Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһының мәктәптәренә гуманитар ярҙам тапшырҙы.
Ылау туплауҙа республиканың 27 районы ҡатнашҡан. Мәғариф учреждениелары 3 миллион һумдан ашыуға кәнсә тауарҙары, ноутбук, принтер, интерактив таҡталар һәм белем биреү процесында кәрәкле башҡа әйберҙәр ебәргән. Башҡортостан балалары Донбастағы тиҫтерҙәренә альбомдар, фломастерҙар, хатта уйынсыҡтар ҙа оҙатҡан.
Гуманитар ылау менән мәктәп формаһы ла килтерҙеләр. Ә инде әсбаптар Рәсәй белем биреү системаһына тиҙерәк инеп китеүгә ярҙам итә. Берҙәм дәүләт имтиханы тотасаҡ сығарылыш синыф уҡыусыларына был мөһим. Сөнки улар Рәсәй , шул иҫәптән Башҡортотстандың юғары уҡыу йорттарына инергә әҙерләнә.



