101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Васильев Өфөнөң почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды. Сығышы менән ул Ленинград өлкәһенән, һуғышҡа Башҡортостандан мобилизациялана. Разведчик булып хеҙмәт итә, күп тапҡырҙар яҙмыш уны һәләкәттән ҡотҡарып ҡала. Ветеран тарихын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова тыңланы.
Ветеран хәтерендә был иң хәүефле десант операцияларының береһе. Ул саҡта биш меңгә яҡын һалдат, шул иҫәптән взвод етәксеһе Николай Васильев, оккупацияланған биләмәгә һауанан төшөргә тейеш була. Тик ерҙә уларҙы фашистар көтә. Диверсия һөҙөмтәһендә күпме яугирҙың тере ҡалыуы бөгөнгәсә билдәһеҙ.
Ошондай хәүефле операциялар десантсы хеҙмәтендә күп була. Тик яҙмыш уны Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем һаҡлап йөрөтә. Һуғышта разведчик Киев, Днепр өсөн яуҙарҙа, Австрия, Венгрия, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Бөгөн ветерандың Украина фронтындағы юлын махсус хәрби операцияла ейәне үтә.
Бөйөк Еңеүҙе Николай Васильев Венала ҡаршы ала. Һуғыштан һуң, ҡалала ике йыл комендатурала хеҙмәт итә. Көтөп алған көн тураһында иҫтәлек бөгөнгәсә хәтерендә.
Демобилизацияланғандан һуң, Башҡортостанға ҡайтып, Эске эштәр министрлығында эшләй. 80 йәшенә тиклем яратҡан шөғөлө - һунарсылыҡ менән шөғөлләнә. Ғүмер буйы сәләмәт тормош алып бара. Шуға ла ветерандың 101 йәшенә тиклем етеүе йәш быуынға лайыҡлы өлгө .
Рәзилә Ғилметдинова



