Өфө районында робототехника буйынса ярыштар үтте


Еңеүсене физик көс түгел, ә аҡыл билдәләй. Өфө районында робототехника буйынса ярыштар үтте. Сара муниципалитет мәктәптәре араһында тәүгә ойошторолдо. Йәмғеһе 52 ҡатнашыусы өс төр номинацияла һынау тотто. Интеллектуаль сумола мәҫәлән, махсус майҙансыҡта мәктәп уҡыусылары эшләгән роботтоң көслөһө, ә радиоидаралы автомобилдәр араһындағы ярышта иң етеҙе билдәләнде. Бының өсөн сараны ойоштороусы Жуков ауылындағы Сергей Ильин исемендәге мәктәп коллективы 9-ға 18 үлсәмле махсус трасса әҙерләгән.

Дрон рейсинг - ярыш ҡатнашыусылары үткән тағы бер һынау. Уҡыусылар бина эсендә бәләкәй коптерҙар менән идара итеп, бер нисә ҡаршылыҡ аша үтте. Әйткәндәй, урында уҡ балаларға дронға ҡаршы япма үреү, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ