Республика хужалыҡтары орлоҡ сифатын тикшерә


Бындай саралар йыл да яҙғы-сәсеү кампанияһы алдынан башҡарыла. Һынау лабораторияһында орлоҡтар сүптән айырыла, бөжәктәрҙән таҙартыла. Ҡуйылған талаптарға ярашлы, һайлап алыу составында 1 проценттан кәмерәк сүп-сар булған сеймал ғына үтә. Дым да 16 проценттан артмаҫҡа тейеш. Юғарыраҡ булған осраҡта, ашлыҡ кире киптереүгә ебәрелә. Шулай уҡ сифат күрһәткестәренән төп иғтибар шытымға йүнәлтелә.

Һынау лабораторияһы яҙғы баҫыу эштәренең тәүге этабы булып тора. Иген культураһынан тыш, үҙәктә борсаҡ, сөгөлдөр һәм башҡа үҫемлектәрҙең шытымы һынала. Тәү сиратта, сеймалдың бер өлөшө алынып, төрлө күрһәткестәр буйынса тикшерелә. Талаптар ҡаты. Шуға ла лаборатор тикшереү үтмәгән, стандарттарға тап килмәгән орлоҡтарҙы сәсеү тыйыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ