Йәйге махсус техника баш ҡала урамдарын таҙартырға сыҡты


Торлаҡ- коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре туҡталыштарҙы йыуа. Бордюрҙар тәртипкә килтерелә, юлдар ҡойонан таҙартыла. Һуңғы көндәрҙәге ямғырҙарҙан һуң ҡар иреп бөтөп бара. Ҡаланы ҡышҡы бысраҡтан таҙартыу ваҡыты ла үҙгәрҙе. Ҡала власы араһында өмәләрҙе ойоштороп был эште 1 апрелгә тиклем тамамлау бурысы тора.


Урамдарҙы таҙартырға йәйге техниканы сығарҙыҡ. Район буйынса һәр туҡталыш шампунь менән йыуыла.

Антон Тарасов, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ