Был маҡсаттан 4 мең берәмек техника, 200-ҙән ашыу йөҙгөс һәм 16 мең кеше йәлеп ителә. Баш ҡалала смотр үтте. “Бөтә көстәр юғары әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Зыян күргән кешеләрҙе эвакуациялау планлаштырылған. 300-ҙән күберәк ваҡытлыса йәшәү пункты булдырылған. Унда 45 мең кешене урынлаштыра алабыҙ. Республикала яҙғы ташҡынды хәүфһеҙ һәм юғалтыуһыҙ үткәреү маҡсатында саралар ойошторолған”, - тип белдерҙе Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов. Башҡортостанда 44 хакимиәттә 313 ауылды һыу баҫыу хәүефе бар. 22 мең торлаҡ йорттоң һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Һыу ятҡылыҡтарын күҙәтеү маҡсатында “Ка-32” янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты һәм пилотһыҙ осоу аппараттары файҙаланыла. Көндәрҙең аномаль йылыуына бәйле, дала һәм тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеү фаразлана. Бөтә хеҙмәттәр оператив ярҙам күрһәтеүгә әҙер, тиелде республика смотрында.




