Башҡортостанда 2025 йылда йорттарҙы капиталь ремонтлау планы булдырылды

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан ошо турала белдерәләр. Быйыл 600 күп фатирлы йортта 650-нән ашыу төҙөкләндереү эше башҡарыу ҡарала. Был маҡсаттан 5 миллиард һум аҡса тотонола. Йорттарҙың түбәһе алмаштырыла, һыу системалары яңыртыла. Белгестәр шулай уҡ электр һәм газ менән тәьмин итеү ҡоролмаларын тәртипкә килтерергә ниәтләй. Йорттарҙа лифттарҙы алмаштырыу планлаштырыла. 

Фото №1 - Башҡортостанда 2025 йылда йорттарҙы капиталь ремонтлау планы булдырылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ