100 кеше йәшәгән ауылдарҙы юғары тиҙлекле глобаль селтәр һәм мобиль элемтә менән тәьмин итеү бурысы ҡуйыла. Башҡортостан һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов беҙҙең телерадиокомпанияға биргән интревьюһында ошо турала белдерҙе. “Интернет талап ителгән ауылдар өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында тауыш бирергә була. “Рәсәй почтаһы” филиалдарында ла фекер ҡалдырырға мөмкин”, - тине ул. Яҡын арала Архангел районынан Белоретҡа тиклемге арауыҡта мобиль интернет була. Инйәрҙән Белоретҡа тиклеге арауыҡта 10 яңы станция төҙөлә.




