Халыҡ-ара форумда ауыл хужалығы ҡаҙаныштарына арналған ҙур күргәҙмә ойошторолдо. Йыл һайын март аҙағында уҙғарылған сарала быйыл 40 төбәктән 380 предприятие тауарҙары тәҡдим ителде. Форумға Африка, Ҡытай һәм Белоруссия республикаһынан да ҡунаҡтар килгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Әбйәлил районында урынлашҡан экологик ферма эшенә старт бирҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Рәсәйҙә төҙөлгән беренсе экологик ферма Әбйәлил районында урынлашҡан. 720 һыйырҙы аҫрауға иҫәпләнгән заманса хужалыҡта бер һыйырҙан тәүлегенә 35 литр һөт һауыла. «Бүләк» тип исемләнгән ферма тулыһынса роботлаштырылған техника ярҙамында эшләй. 800 млн һумға иҫәпләнгән инвестиция проекты республика ярҙамы менән ойошторолған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында «АгроПром» күргәһмәһендә яңы хужалыҡ эшенә старт бирҙе.
Агросәнәғәт форумы ауыл хужалығы техникаһының яңы өлгөләре менән генә түгел, ә ремонт, тергеҙеү һәм импортты алмаштырыусы запас частарҙы етештереүҙең алдынғы технологиялары менән таныштыра. Эшлекле майҙансыҡта белгестәр тәжрибә уртаҡлашып хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөй.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күргәҙмәлә тәҡдим ителгән техника өлгөләре менән танышып, сәсеү миҙгеленә әҙерләнгән аграрийҙар менән аралашты. Төбәк етәксеһе байтаҡ өлгөләрҙең Рәсәйҙә етештерелеүе ҡыуаныслы тип белдерҙе.
Йыл һайын март аҙағында уҙғарылған сарала быйыл 40 төбәктән 380 предприятие тауарҙары тәҡдим ителде. Быйыл форумға Африка, Ҡытай һәм Белоруссия республикаһынан да ҡунаҡтар килде.
Агросәнәғәт форумы 35 -се тапҡыр ойошторола. Күләмле сара ауыл хужалығы белгестәрен, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәрен, эшҡыуарҙарҙы берләштергән диалог майҙансығы булып тора. Өфөлә ВДНХ Экспо майҙанында форум-күргәҙмә 21 мартҡа тиклем эшләй.
Флорида Ким




