Көндөң ҡапыл йылытыуы, бер-нисә көн дауамында яуған ямғыр Башҡортостандың тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеүенә килтерҙе.Ғафури районы Ташаҫты ауылы эргәһендә Еҙем йылғаһында боҙ тығындары, хатта аҫмалы күперҙең тимер-бетон ҡоролмаларына зыян килтереп, тиҫтәнән ашыу торлаҡ йорттарҙы һәм ҡаралтыларын һыу баҫты. Ғафури районында оло һыу тыуҙырған эҙемтәләр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Был видеояҙмала Еҙем йылғаһындағы аҫмалы күперҙең тимер-бетон ҡорамалдарын ҡалын боҙ өлөштәре һыҙырып үтеп имәнес тауыш сығара. Быйыл ташҡын башҡа йылдарға ҡарағанда күпкә иртәрәк килгән.
Ташаҫты ауылы кешеләре күҙәтеүенсә, Еҙем йылғаһында барлыҡҡа килгән боҙ тығынының иң ҡурҡыныс осоро киске сәғәт етелә , ә иң көслөһө төнгө ун бер тирәһендә ҡуҙғалған. Шунан һуң ғына һыу кимәле бер аҙ кәмей төшкән.Әлеге ваҡытта халыҡ ташҡындан күргән зыянды иҫәпләй .
Ташаҫтыла оло һыу иң башта Әнүр Зәйнәшевтың ихатаһына үтеп инә. Уның умарталары, бесәне, мунсаһы, баҡсаһы һыу ҡамауында ҡала. Хужа мал-тыуарын тиҙ арала өҫкәрәк хәүефһеҙерәк урынға ҡыуа, техникаһын ҡапҡаға бәйләп өлгөрә.
Әлеге мәлдә Тайыш һәм Ташаҫты ауылдарында электр уты юҡ, халыҡты ваҡытлыса күрше Имәндәш ауылынан туғандары ҡабул иткән.
Ташаҫты ауылының 17 мәктәп уҡыусыһы ла ваҡытлыса Имәндәш ауылында йәшәй.Уларҙы Еҙем йылғаһы ярҙарына ҡайтып, электр тәьминәте көйләнгәнсе ваҡытлыса йәшәргә уҡытыусылар һыйындырған.
Ташаҫты ауылы ҡыҙҙары йылы һәм бөтә уңайлыҡтары булған йорттан тороп мәктәпкә йөрөй, дәрестәргә әҙерләнә ала. Балаларҙың ғүмеренә хәүеф янамай, улар бөтәһе лә ышаныслы ҡулдарҙа, ти мәктәп директоры.
Еҙем тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре лә ташҡын миҙгелендә һәр ваҡыт уяу һәм халыҡҡа ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер.
Йыл һайын ташҡын алдынан ҡотҡврыусылар боҙ тиҙерәк иреһен өсөн күмер менән ҡаралай. Әммә быйыл йылы һауа торошо һәм боҙ тиҙ иреү сәбәпле, был сара үткәреп өлгөрөлмәгән. Бәхеткә күрә, һыу баҫыу һөҙөмтәһендә йәрәхәт алыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ.
Зәйнәшевтар кеүек оло һыуҙан зыян күргән күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр баҙҙан һәм башҡа ҡаралтыларҙан һыуҙы һурҙырыу өсөн ҡорамалдар һатып алып, хужалыҡтарын тулыһынса тергеҙергә ниәтләй.
Күреүегеҙсә, әлеге ваҡытта Еҙемдә ташҡын дауам итә. Боҙҙар Имәндәш ауыл яғынан йылға бөгөлөндә тығындар барлыҡҡа килтергән. Ерле халыҡ әгәр ҙә ҡапыл көндәр йылытып, ямғырҙар яумаһа , ауылдарҙы һыу баҫмаясаҡ, ти. Еҙем йылғаһындағы ташҡын район һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, Еҙем тәбиғәт паркы инспекторҙары тарафынан ныҡлы контролдә тотола.
Гүзәл Борханова



