Өфөнөң Нуғай ауылы ҡотҡарыу көстәре ташҡынға әҙер


Быға баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы инанды. Хәүефле миҙгел алдынан биҫтәнең муниципаль янғын һүндереү часында техника һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерлеге тикшерелде. Составта булған дүрт янғын һүндереү машинаһы, бер кәмә һәм бер юғары үтемле «Нива» машинаһы ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, һыу һурҙырғыстар бар. Әле ауылда ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәгән, ҡайһы бер шәхси секторҙарҙа ҡар һыуҙары ихаталарға инә башалуы күҙәтелә. Янғыу һүндереү часы Нуғай, Зинин, Жилин ауылдары һәм ошо тирәләге баҡсасылыҡ ширҡәттәрен хеҙмәтләндерә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ