Өфөлә «Күп милләтле Рәсәй берҙәмлеге төрлөлөгө һәм йәштәр өсөн мөмкинлектәр» лекторийы үтте


Бөгөн Өфөлә студенттар өсөн «Күп милләтле Рәсәй берҙәмлеге төрлөлөгө һәм йәштәр өсөн мөмкинлектәр» тип исемләнгән мәғрифәтселек лекторийы үтте. Унда социаль селтәрҙәрҙә янауҙарға һәм манипуляцияларға ҡаршы тороу, мәғлүмәт мөхите тураһында һүҙ барҙы. Спикерҙар интернеттағы янауҙарҙы юҡ итеү алымдары менән уртаҡлашты, йәштәргә милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуҙың һәм социаль селтәрҙәрҙә экстремизм идеологияһына һәм диструктив эшмәкәрлеккә ҡаршы тороуҙың мөһимлеген иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ ижтимағи ирекмәнлек эшмәкәрлеге, республиканың йәштәр өсөн үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ