Был турала федераль кәңәшмәлә Рәсәй премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Патрушев белдерҙе. Әле ил буйынса хәл тотороҡло. Март аҙағында Рәсәйҙең көнбайыш өлөшөндә һәм Көньяҡ Урал төбәктәрендә ташҡын көслө булыуы ихтимал, тине ул. Видеокәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостанда ташҡынды имен үткәреү өсөн саралар күрелә. Йылғаларҙа боҙ шартлатыла, эвакуация урындары әҙерләнгән, даими мониторинг алып барыла.




