Башҡортостан прокуратураһында ташҡын буйынса ҡыҙыу элемтә булдырылды

Һыу баҫыуҙан зыян күреүселәр хоҡуҡтары боҙолоуы тураһында хәбәр итә ала. 8-917-431-00-52 һандарына шылтыратырға була. Шулай уҡ ҡала һәм район прокурорҙары граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойоштора, тип хәбәр итәләр ведомствонан. Башҡортостанда тағы бер ҡыҙыу линия эшләй.Архангел районында ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле ҡыҙыу элемтә булдырылды. Уның һандары - 8-347-248-12-84. Тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин. Халыҡты эвакуациялау, ваҡытлыса урынлашыу, психологик ярҙам буйынса һорауҙарға яуап алырға була.

Фото №1 - Башҡортостан прокуратураһында ташҡын буйынса ҡыҙыу элемтә булдырылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ