Өфө дәүләт нефть-техник, Өфө Фән һәм технологиялар, Башҡорт дәүләт медицина һәм Башҡорт дәүләт аграр университеттары проекттарын уңышлы яҡланы. Уларға финанс ярҙам бирелә. “Был ҙур еңеү. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары илдә лайыҡлы урын алып тора”, тигән фекерҙә Өфө Фән һәм тәхнологиялар университетының Башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.




