Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә шәхси инвестиция йәлеп итеү мәсьәләһе ҡаралды. Унда республика башҡарма власть органдарына муниципаль берәмектәр менән һөҙөтмәле эш алып барырға ҡушылды. Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тәүге концессия килешеүе 2008 йылда төҙөлгән. Бөгөн Башҡортостанда 4 миллиард һумға 23 килешеү тормошҡа ашырыла.




