Республикала китап сығарыусылар өсөн конкурс иғлан ителде

 “Урал батыр ерендә йыл китабы" ярышының положениеһын “Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм “Китап” нәшриәте төҙөгән. Ойоштороусылар иң яҡшы авторҙарҙы табыу, әҙәбиәт өлгөләрен танытыу, Башҡортостандың ыңғай имиджын булдырыу маҡсатын ҡуя. Иң яҡшы баҫмалар 7 номинация буйынса асыҡлана. Еңеүселәр “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе барышында бүләкләнә. Уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм диплом тапшырыла. Ҡатнашыусыларҙан заявкалар 10 майға тиклем ҡабул ителә.

Фото №1 - Республикала китап сығарыусылар өсөн конкурс иғлан ителде
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ