Башҡортостан башлығы һыу баҫҡан урындарҙың етди контролгә алыныуын белдерҙе


Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә Архангел районының Аҙау ауылында һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү барышын яҙып сыҡты. Әле эвакуацияланған ауыл халҡы менән психологтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр эшләй. Архангел районынан тыш, Белорет, Благовар, Ғафури райондарында йорт ихаталары, 12 юл участкаһы һәм ике күпер һыу аҫтында ҡала. Яҙғы ташҡын менән бәйле барлыҡ хәл-ваҡиғалар контролдә тотола. Һыу баҫыу хәүефе янаған осраҡта 112 берҙәм телефон һандарына шылтыратығыҙ, тигән төбәк башлығы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ