Йыл аҙағына тиклем төбәктә студенттар отрядтары ағзаларын 9 меңгә тиклем еткереү бурысы ҡуйылған


Хәрәкәтте үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар күрелә. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ведомство-ара координация советы ултырышында билдәләнде. Оператив штаб ҡарарына ярашлы, предприятие һәм ойошмалар менән берлектә 43 хеҙмәт проектын тормошҡа ашырыу ҡаралған. Йәштәр өсөн мең ярымдан ашыу вакансия булаcаҡ. Округ кимәлендәге ете хеҙмәт проекты ойоштороп, күрше төбәктәрҙән килеүселәрҙе лә эш урындары менән тәьмин итеү күҙаллана. Шулай уҡ йәштәр өсөн трудкурт хэштегы менән мотивация картаһы булдырыла. Төбәк етәксеһе студенттар отрядтарын тулыландырғанда урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары менән эште көйләргә ҡушты.

Йәйге хеҙмәт осорона Студенттарҙы эшсе һөнәрҙәргә өйрәтеү өсөн студенттар отрядтары тарафынан республикаға 64 миллион һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп ителгән, уҙған йыл менән сағыштырғанда ярҙам күләме күпкә артҡан. Әлегә ике меңгә яҡын студент махсус уҡыуҙар үтеп, һөнәр үҙләштергән, апрель-май айҙарында сираттағы курстар башлана. Шулай уҡ йәштәр мәшғүллек үҙәктәре аша социаль контракт нигеҙендә лә өҫтәмә белем алыу мөмкинлегенә эйә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ