Башҡортостан парламентына 30 йыл. Тарихи дата айҡанлы бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала төбәк парламентаризмының үҫеш юлы, эш тәжрибәһе һәм киләсәккә пландары ҡаралды.
Конференцияла дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, студенттар ҡатнашты. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Депутат булып һайланырға хоҡуҡлы кешеләрҙең исемлеге, Петроградтың Таврия һарайында 1918 йылда үткән Бөтә Рәсәй съезынан фотоһүрәттәр, мосолман фракцияһы ағзалары. Башҡортостан Милли архивы парламент тарихы буйынса бай йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле күргәҙмә әҙерләгән.
Күргәҙмәгә тарихи мәғлүмәттәр ҙә, шәхси әйберҙәр ҙә ҡуйылған. Уларҙың ҡайһы берҙәре киң йәмәғәтселек ҡарамағына тәүге тапҡыр сығарыла.
Башҡортостандың төбәк парламенты 30 йыл элек барлыҡҡа килә. Ҡануни эшмәкәрлекте тулыһынса ҡорорға, эшмәкәрлекте яйға һалырға тура килә. Бөгөн Рәәй субъекттарының закондар сығарыу органдары араһында Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай алдынғы урынды биләй. Башҡортостан парламенты ҡануни башланғыстар буйынса беренсе урында тора, республика депутаттары тәҡдим иткән проекттар федераль закондар нигеҙенә ята.
Закон сығарыу системаһы алдына бурыс-маҡсаттарҙы һәр заман үҙе ҡуя. Әлеге ваҡытта депутаттар махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам буйынса ҡануни базаны нығыта. Үҙҙәре лә алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға даими ярҙам күрһәтә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа юбилей айҡанлы яу ҡаһармандарына арналған күргәҙмә лә ойошторолған.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йыл һайын 200-ҙән ашыу закон ҡабул итә, ә 30 йыл дауамында Башҡортостан Парламенты 3 мең ярым тирәһе ҡануни документ ҡабул иткән. Һөҙөмтәлә сәйәси-ижтимағи, социаль-иҡтисади тармаҡтың бар йүнәлештәрендә көйләүсе норматив база булдырылған. Һәм Дүәләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың эшмкәрлеге төбәк закондарын сығарыу менән генә сикләнмәй, Башҡортостан парламенты федераль ҡануни системаны камиллаштырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып бара.
Рәмзиә Кәримова



