«Башҡортостан Кванториумы» балалар технопаркында шөғөлләнгән «Өфө динамик» командаһы «Транспорт инженерҙары» Бөтә Рәсәй балалар инженер уйлап табыуҙары конкурсынан ҙур еңеү менән ҡайтты.
Унда Куйбышев тимер юлына ҡараған алты субъекттан инженер йүнәлешендә егермегә яҡын команда араһынан Радомир Абдуллин етәкселегендәге команда «Тимер юлында хәүефһеҙлек» проекты менән беренсе урын алған. Еңеүсе команда бер миллион һумлыҡ аҡсалата приз, ноутбуктар, дипломдар менән бүләкләнгән. Проект өҫтөндә остаз менән биш уҡыусынан торған команда ярты йылдан ашыу эшләгән.
Йәш инженерҙар уйлап тапҡан проект тимер юлда состав килеүен алдан иҫкәртеүгә ҡоролған. Техник асыш поезд килеүен хәбәр итеп тороусы тимер юл хеҙмәткәрен алыштырасаҡ.
«Транспорт инженерҙары» конкурсы 2024 йылдан ил президенты ҡушыуы буйынса уҙғарыла. Проектты Рәсәй мәғариф министрлығы ярҙамында Беренселәр хәрәкәте Һәм Рәсәй тимер юлдары ойоштора.» Ул йәш быуында инженер һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатын тормошҡа ашыра. Проекттар киләсәктә ғәмәлдә ҡулланыуға йүнәлтелгән.



