Сибай институтында ғалим, биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәле Йәнтүриндың «Татлы байҙан башланған юл» исемле китабының исем туйы үтте. Сара ғалимдың 80 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторолдо. Юбилярҙы ҡотларға уҡытыусылар, студенттар, үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, дуҫтары йыйылды.
Баймаҡ районы Татлыбай ауылында донъяға килгән Сәфәрғәле Йәнтүрин биология фәндәре докторы, профессор, билдәле ғалим. Сибай институтында «Биология» факультетын асыуға ҙур көс һала, ошонда ук оҙаҡ ваҡыт экология кафедраһын етәкләй. Сәфәрғәли Искәндәр улы 200-ләгән фәнни хеҙмәт авторы булараҡ бөгөн абруй ҡаҙанған, шул иҫәптән 12 монография һәм 13 уҡыу әсбабының авторы.
Сәфәрғәле Искәндәр улының фәнни эшмәкәрлеге этноботаникаға, Урал аръяғының экология мәсьәләләренә арналған. Төп йүнәлеше Башҡортостанда дарыу үләндәрен һаҡлауға ҡайтып ҡала. 80 йәшен тултырған профессорҙың элекке студенттары араһында 60-тан ашыу фән кандидаты, 2 фән докторы, берәүһе Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайланған. Тимәк ғалимдың ғилми юлын дауам итеүселәр бар.
Сәфәрғәле Йәнтүрин ғаилә тормошонан да уңған, Вилүрә Зиннәт ҡыҙы менән улар 56 йыл ҡулға ҡул тотоношоп тормош юлынан бергә атлап, сәләмәт тормош алып баралар, мөмкинлек сыҡҡанда илдәр буйлап сәйәхәт итәләр. Йәнтүриндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Урал-офтальмолог, Гөлнәзирә-психолог, ә иҡтисадсы Айһылыу Швейцарияла йәшәй һәм сит илдә башҡорттарҙы туплауға, башҡорт телен популярлаштырыуға үҙ көсөн һала.
Сибайҙың ғына түгел, республикабыҙҙың арҙаҡлы уҙаманы булған ғалим-ботаник Фәнни эшмәкәрлектән тыш, Сәфәрғәле Искәндәр улы бик яҡшы ҡурайсы һәм башҡорт мәҙәниәтен яҡшы белеүсе. Ул «Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лә эйә.
Рүзилә Ғүмәрова




