Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә казактар ойошмалары буйынса координация советы ултырышы үтте. Уны Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы.
Әлеге ваҡытта республикала тиҫтәнән ашыу казактар ойошмаһы иҫәпләнә, уларҙа 300-ләп кеше ағза булып тора. Башҡортостан казактарының тарихы Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалынған осорға барып тоташа, 2024 йылда улар үҙәренең 450 йыллығын билдәләгән. Казактар дәүләтселекте һаҡлауға тос өлөш индергән, шуға күрә лә бөгөн казактарҙың йолаларын тергеҙеү мөһим, тип билдәләнде ултырышта. Башҡортостан казактары мәҙәни фестивалдәрҙә һәм төрлө ижади проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Киләсәктә был эшмәкәрлекте тағы ла йәнләндереү бурысы тора.



