Башҡортостанда яҙғы ташҡындан зыян күреүселәргә аҡсалата компенсация түләнәсәк


Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, торлаҡ мөлкәтен, мал-тыуарын юғалтыусыларға республика ярҙамы ҡаралған. Республикала оло һыу фаразланған ваҡыттан ике аҙнаға иртәрәк килде. Урындағы халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә төбәктә бөтә ведомстволар әҙерләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

50 йыл Аҙау ауылында йәшәгән Фәйзуллиндар яҙғы ташҡындан тәүге тапҡыр зыян күргән. Баҙҙағы картуф, банкала һаҡланған йәшелсә - емеш , хужалыҡ әйберҙәре һыу аҫтында ҡалған. Быға тиклем Инйәр йылғаһы яҙғы ташҡын ваҡытында йорт ҡапҡаһы алдына ғына тиклем килгән .

Аҙау ауылында ғәҙәттән тыш хәл режимы. Ташҡындан зыян күргән башҡа район-ҡалаларҙа ла ҡотҡарыу һәм иҫкәртеү эштәре ойошторолған. Юғалтыуҙарҙы ҡаплау өсөн компенсация ҡаралған.

112 һандарына тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин. Халыҡты эвакуациялау, ваҡытлыса урынлаштырыу буйынса эш ойошторолған. Урындарҙа халыҡҡа психологик ярҙам да күрһәтелә.

Ҡотҡарыусылар республикала 4 мең берәмек техника, 200-ҙән ашыу йөҙгөс әҙерләнгән. 300-ҙән ашыу ваҡытлыса йәшәү пункты булдырылған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға ҡушты. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 112 системаһына ҡар һыуы йыйылыуға һәм юл участкаларын йыуыуға бәйле 300-гә яҡын мөрәжәғәт килгән. Улар башлыса Өфө ҡалаһы һәм районынан.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ