Был турала бөгөн Республиканың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе беҙҙең телеканалға биргән интервьюһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Башҡорт дәүләт медицина, аграр, нефть техник, шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университеттары Мәскәүҙә «Өҫтөнлөк - 2030» проекты буйынса үҫеш программаларын яҡланы. Осрашыу 101 юғары уҡыу йорто араһында үткән. Юғары мәктәпте алға үҫтерергә мөмкинлек биргән федераль проект хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Титан урынына бөгөн медицинала полимер имплантҡа өҫтөнлөк бирелә. Республикала ғына ул тиҫтәләрсә операцияла уңышлы файҙаланылған да инде. Марс Ғәләүетдинов һөнәре буйынса биолог. Алған белемен ғилми яҡтан нығытыр өсөн медицинаға килә. Һәм яңылышмай.
Фән менән ҡыҙыҡһынғандарға бында шарттар тыуҙырыла. Башҡорт дәүләт медицина университетының «Өҫтөнлөк - 2030» федераль проектында ҡатнашыуы был мөмкинлекте тағы ла киңәйтә. Әле үк әһәмиәтле, донъяуи кимәлдә асыш булырҙай проекттарға нигеҙ һалынған. Яҡын арала эш дәлилләнгәс, патент менән нығытылып, уны халыҡҡа сығарыу көтөлә.
Башҡорт дәүләт медицина университеты, ғөмүмән, илдең иң яҡшы өс юғары уҡыу йортона инә. Федераль проект даирәләрҙе тағы ла киңәйтә. Был урындағы студенттарҙы ғына түгел, сит ил вәкилдәрен дә ҡыҙыҡһындыра. Өфөлә уҡып сығып, эшкә ҡалыусылар ҙа бик күп. Бөгөн улар үҙҙәре үк уҡыу-уҡытыу программаһын алып бара. Юғары уҡыу йорто клиникаһында операция залының заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылыуы эште тағы ла яйға һала.
Әйтәйек, Башҡорт дәүләт медицина университетының төп маҡсаттарының береһе - тикшеренеүҙәр университеты булыу. Бөгөн вузда һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәренән тыш, ғилми хеҙмәткәрҙәр ҙә әҙерләнә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Башҡортостандың әйҙәүсе дүрт юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» проекты буйынса Мәскәүҙә үҙҙәренең үҫеш программаларын яҡланы. Был яңылыҡ ВУЗ-дарға үҙ проекттарын яҡлап, ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә этәргес һәм яҡшы федераль финанстар бирер тип көтөлә.
Республика университеттарының 2022 йылдан алып стратегик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыуы шулай уҡ матди-техник базаны яңыртырға, яңы ҡорамалдар һатып алырға, ә иң мөһиме - юғары технологиялы фәнни эшләнмәләр йәһәтенән ысын асыш яһарға мөмкинлек бирҙе. Былар барыһы ла Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре фәнни-технологик үҫеш рейтингында лидерлыҡ позицияһын һаҡлап ҡалыуына, фәнде һәм юғары мәктәпте үҫтерергә булышлыҡ итә.
Азат Ғәлиуллин



