Башҡортостанда туберкулезға ҡаршы көрәш дауам итә


Туберкулезға ҡаршы көрәш. Республикала 2001 йылдан алып мәкерле сир менән ауырыусыларҙың түбәнәйеүе күҙәтелә. Былтыр Башҡортостанда бер меңдән ашыу кешелә туберкулез асыҡланған. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Тик балалар һәм үҫмерҙәр араһында сирлеләр артыуы күҙәтелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Толпар» шифаханаһы Рәсәйҙә туберкулезға ҡаршы иң ҙур дауалау учреждениеһы һанала. Шишмә районында урынлашҡан филиалда бөгөн иммунитеты түбән 200 бала һауыҡтырыу үтә.

«Толпар» шифаханаһында уҡытыу ҙа ҡаралған. Балалар ял иткән ваҡытта мәктәп програмаһынан артта ҡалмай. Уҡытыу бөтә фәндәрҙ буйынса ла алып барыла.

Йыл һайын шифаханала төрлө төбәктәрҙән 8 мең бала һауыҡтырыу үтә. Уларҙың меңдән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары. Бөгөнгө шифаханала ял иткән 14 малай һәм ҡыҙҙың атаһы алғы һыҙыҡта.

Республикала мәкерле сиргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәш саралары алып барыла. Балаларға вакцина ҡаралған. Өлкәндәргә ике йылға бер, ә ҡайһы бер категория граждандарға һәм 15-18 йәштәгеләргә йыл һайын флюорография үтеү тәҡдим ителә.

Фидан Монасипов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ