Иглин районында Ҡырымдың ҡайтанан Рәсәйгә ҡушылыуына 11 йыл тулыу уңайынан автоуҙыш ойошторолдо


Сарала йәш армеецтар, район хакимиәте вәкилдәре һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты. Улар дәүләт флагтары һәм Еңеү байрағы, һауа-десант ғәскәрҙәре һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы символикаһы менән биҙәлгән 20-ләгән автомобилдә район үҙәгенең төп урамдары буйлап уҙҙы. Патриотик акцияға ҡушылыусылар ауыл ситенән Еңеү паркына тиклем юл үтеп, һуғышта һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл эргәһендә флешмоб ойошторҙо.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ