Башҡортостанда ташҡындың беренсе тулҡыны алдан фаразланғандан ике аҙнаға иртәрәк башланды. Был турала премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. -Ғәҙәттә апрелдә генә ҡар ныҡлап ирей ине. Бөгөн 11 районда хәл контролгә алынған. Белгестәр һәм ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Төп маҡсат - халыҡты һәм биләмәләрҙе һаҡлау, бөтә хәүефһеҙлек сараларын күреү, - тине ул.




