Башҡортостандан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары шәхси йорт һалыу өсөн ер участкаһы алыу мөмкинлегенә эйә.Был турала Республикаға идара итеү үҙәгенән белдерәләр. Ярҙам сараһына ярашлы, участка бер тапҡыр бирелә. Һәләк булған хәрбиҙең ҡатыны, бәлиғ булмаған, шул иҫәптән уллыҡҡа алынған балалары, әгәр ҡатыны һәм балалары булмаһа, ата-әсәһе яугирҙең ғаилә ағзалары тип һанала. Ер алыу өсөн ғариза яҙырға, паспорт күсермәһен, награда документтарын тапшырырға кәрәк. Документтар күп функциялы үҙәктә, муниципалитет хакимиәтендә, республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында, Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡабул ителә.




