Башҡортостан вице-премьерҙарына эш өҫтәлде

Республика Башлығы күрһәтмәһенә төҙәтмәләр индерелде. Уларға ярашлы, беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев "Атайсал" проекты һәм Евразия күсмә цивилизация музейы өсөн яуаплы була. Шулай уҡ ул республикала мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауҙы контролгә ала. Беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов Монополияға ҡаршы хеҙмәт идаралығы эшмәкәрлеге өсөн дә яуап бирәсәк. Вице-премьер-Хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахмановтың вәкәләттәренә  дәүләт идаралығын камиллаштырыу буйынса эш өҫтәлә. Вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов миграция сәйәсәтен камиллаштырыу өсөн дә яуаплы була. Вице-премьер-Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев "Алға" махсус иҡтисади биләмәһе үҫеше буйынса  эш алып бара.

Фото №1 - Башҡортостан вице-премьерҙарына эш өҫтәлде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ