Башҡортостандан «Беренсе тирмә» төбәк проекты буйынса унынсы ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө Донбасҡа юлланды

Ҡатын-ҡыҙҙар отряды Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары госпиталдәрендә яралы яугирҙарҙы ҡараясаҡ. Ирекмәндәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Махсус хәрби операцияла яҡындары һәләк булғандар ҙа бар. Уларҙы бер маҡсат берләштерә- яугир яҡташтарыбыҙға Башҡортостан сәләмен, күңел йылыһын, күстәнәстәрен еткереү, яралылырға төҙәлергә ярҙам итеү.

«Беренсе тирмә» проекты Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры башланғысы менән былтыр эшләй башланы. Акцияға республика ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре теләп ҡушылды. Улар хәрби госпиталдә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итә, яралы хәрбиҙәрҙе ашата, йыуындыра, сәсен ала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ