Бөгөн төбәктә профсоюз сафына аҡ халатлыларҙың 80 проценты ингән. Ойошма етәксеһе белдереүенсә, күрһәткес йылдан-йыл арта. Был хеҙмәткәрҙәрҙең корпоратив рухы һәм берҙәмлеге тураһында һөйләй, тине Рауил Халфин. Сарала профсоюздың былтырғы эшмәкәрлек йомғаҡтары барланды һәм «Юғары социаль һөҙөмтәлелек» тармаҡ конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырылды. Бынан тыш, профсоюз составында күп йылдар дауамында әүҙемлек күрһәткән ойошмалар билдәләнде.



