Өфөлә йәшәгән Хәйбулла районы яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре ифтар мәжлесе ойоштороҙо


Изге ғәмәлдәр айында « Йомарт Рамаҙан» хәйриә проекты. Өфөлә йәшәгән Хәйбулла районы яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре тыуған ерҙәрендә эшҡыуарҙар ярҙамы менән ифтар мәжлесе ойоштороҙо. Аҡъяр ауылы йәмиғ мәсетендә уҙған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Аҡъяр ауылының Йәмиғ мәсетенә ай дауамында ураҙа тотоусы диндарҙар саҡырылған. Ифтар мәжлесе «Йомарт Рамаҙан» хәйриә проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Изге эшкә район эшҡыуарҙары ла әүҙем ҡушылған.

Ураҙа тотоу мосолмандар өсөн фарыз булған 5 ғәмәлдең тәүгеһе. Ифтар табынына саҡырылған диндарҙар ил-еребеҙ именлегенә, ғаиләләр татыулығына доға ҡылды.

Аҡъяр ауылында быйылғы рамаҙан башҡа йылдарға ҡарағанда мәсеткә йөрөүселәрҙең артыуы менән үҙенсәлекле. Өлкән быуын вәкилдәренә эйәреп йәштәр ҙә дингә ылыға.

Ифтар табынынан тыш, мәжлестә дингә ҡағылышлы викториналар, уйындар үткәрелде. Белемле һәм иң әүҙемдәр тырышлығы махсус бүләктәр менән баһаланды.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ