Радий Хәбиров үҫмерҙәр менән ирҙәрсә һөйләшеп алды

Республика башлығы «Патриот» паркында «Ирҙәр әңгәмәһе» профилле сменаһында ҡатнашыусылар менән осрашты. Әле унда Башҡортостандың төрлө райондарынан хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре, курсанттар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары һәм ауыр үҫмерҙәр һалдат курстары үтә. Радий Хәбиров үҫмерҙәр менән бергә тактик уйында ҡатнашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Һалдаттар диверсия төркөмөн асыҡлап юҡ итергә задание ала. Дошмандар бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ғына сик буйын үткән. Юлда яугирҙарға дрондар һөжүмен кире ҡағырға тура килә. Ҡайһы берәүҙәр яралана, ләкин береһе лә яу ҡырында ҡалдырылмай.

Газ һөжүме, артиллерия уты һәм башҡа ҡатмарлыҡтар. Буласаҡ һалдаттар барлыҡ һынауҙарҙы ла ҡыйыулыҡ менән үтәй. Һынатырға хоҡуҡтары юҡ, сөнки улар менән бер рәттән республика башлығы ла атлай. Тәйғен урынға барып етеү менән төбәк етәксеһе һалдаттарға штурмлау бойорорғо бирә.

Ҡыҙыу бәрелештәрҙә Рәсәй армияһы дошманды тар-мар итә. Оҫта командование, һалдаттарҙың берҙәм эш итеүе арҡаһында беҙҙекеләр яуҙан юғалтыуһыҙ тиерлек сыға һәм һауаға еңеү иғлан ителә.

Был еңеү ҙә үҫмерҙәрҙең биш көн буйына барған әҙерлек һөҙөмтәһе. «Патриот «паркында улар армияның төп ҡағиҙәләрен үҙләштергән. Сафтарҙа йөрөгән, автоматтан атҡан, парашют менән һикереү тренажерында шөғөлләнгән, хатта яу шарттарында аш-һыу бешерергә лә өйрәнгән.

Хәҙер улар бер аҙға тәжрибәлерәк, өлкәнерәк һәм аҡыллыраҡ. Радий Хәбиров менән әңгәмәлә лә үҫмер булыуҙарына ҡарамаҫтан, өлкәндәрҙе борсоған һорауҙар бирҙе. Буласаҡ Ватан һаҡсыларын республикала социаль объекттар төҙөлөшө, спортты үҫтереү, тәбиғәт һәм экологияны һаҡлау мәсьәләләре борсой. Үҫмерҙәр бар һорауҙарға ла ентекле яуап алды. Ә Радий Хәбиров бындай әңгәмәне тыуған көнөнә иң ҙур бүләк булыуын әйтте.

Үҫмерҙәр иһә Башҡортостан башлығына үҙ ҡулдары менән эшләгән сыйырсыҡ ояһы бүләк итте. Яҙ килтереүсе ҡоштар кеүек бер йортта татыу һәм берҙәм йәшәйек, тип теләне малайҙар. Радий Хәбиров иһә сыйырсыҡ ояһын мотлаҡ үҙенең ихатаһына беркетәсәген вәғәҙәләгне.

Айнур Кәбиров

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ