Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 21 хәбәр килгән. Архангел, Белорет, Благовар, Кушнаренко һәм Салауат райондарында йорт алды участкалары һыу эсендә ҡалған. Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 9 автомобиль юлы участкаһын һыу баҫҡан. Бөгөнгө ташҡын Белорет районында күперҙе емергән. Нура йылға аша һалынған ҡоролма Отнурок ауылын Малиновая тауы менән тоташтырған булған. Тораҡ пункт үҙе лә һыу эсендә.
Салауат районындағы Йүрүҙән йылғаһында 10 километрлыҡ боҙ тығыны барлыҡҡа килгән. Малаяҙ ауылында 23 кеше йәшәгән 9 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан, шуларҙың 7-һе-балалар. Ҡотҡарыусылар һыу баҫыу зонаһынан 1953 йылғы ҡатынды эвакуациялаған. Урындағы күп профилле училище базаһында ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған. Шулай уҡ Ҡалмаҡлар ауылына ла һыу баҫыу ҡурҡынысы янай.
Ғафури райоындағы Еҙем йылғаһы үҙәнендә лә боҙ тығылыу һөҙөмтәһендә яр емерелә башлаған. Ошо сәбәпле Иҫке Тайыш ауылында бер нисә йорт хужалығы ҙур хәүеф алдында ҡалған. Ауыл халҡы кәңәшләшкәндән һуң был өйҙәрҙе һүтеп, икенсе урынға күсерергә ҡарар иткән. Урындағы ир-аттар өмә яһап бер йортто күсергән.
Тәүлек эсендә һыу кимәленең максималь күтәрелеүе Салауат районы Сулпан ауылында теркәлгән. Йүрүҙән йылғаһы 214 сантиметрға артып 458 сантиметрға еткән. Шулай уҡ Өфөлә Ағиҙел - 88, Бөрйән районы Ҡотан ауылында - 77, Бишбүләк районы Дүсән ауылында Дим йылғаһы 56 сантиметрға күтерелгән. Иҫкәртеү сараларын үткәреү дауам итә, кисә Аҙау һәм Оҙондар ауылдары араһындағы Инйәр йылғаһында өҫтәмә шартлатыу эштәре башҡарылған. Архангел районында оператив штаб эшләүен дауам итә. Хәл контролдә тотола.



