Өфө вуз-ара кампусында яңы лабораториялар асылды


Бөгөн вуз-ара кампуста Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Пышный ҡатнашлығында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты лабораториялары асылды. Лабораториялар замнса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, йәш ғалимдарға фәнни асыштар өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Яңы сорт борсаҡ аҡһымға бай буласаҡ. Башҡорт дәүләт аграр университетының яңы лабораторияһында уны сығарыу өсөн шарттар ҙа, үҙ эшен яратҡан белгестәр ҙә бар. Фитотронда шулай уҡ ярауай культуралар һәм шифалы үләндәрҙең яңы төрҙәре үрсетеләсәк. Үҫемлектәр өсөн бындағы һауа температураһы, дымлылыҡ аппарат аша көйләнә. Үҫемлектәрҙе мобиль ҡушымта аша ла күҙәтеп була, хатта һыу һибергә мөмкин.

Башҡорт дәүләт аграр университеты селекционерҙары Башҡортостан климатына ярашлы арыш бойҙайы, борсаҡ, кукуруз һәм башҡа культуралар сығарыу өҫтөндә эшләй. Аграр тармаҡ өсөн яңы ҡаҙаныштар Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең дә емеше тип әйтергә мөмкин. Сөнки үҙәккә инеү йәш ғалимдарға фәнни эшмәкәрлек алып барыу, республиканың аграр тармағы өсөн яңы төр сорттар сығарыуға булышлыҡ итә.

Башҡортостан илдең фәнни-технологик үҫешенә ҙур өлөш индерә. Кампуста уҙған стратегик сессияла шулай тип билдәләнде. Донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәктәре селтәрен үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ғалимдар һәм федераль эксперттар ҡатнашты.

«Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһына инеү һәм заманса лабораториялар - фәнни ҡаҙаныштар өсөн бөтәһе лә бар.

Кампуста студенттар, аспиранттар ғына түгел, мәктәп уҡыусылары ла шөғөлләнәсәк. Фән үрҙәрен яулауға ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн шарттар тыуҙырылған. Кескәйҙәр Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән бер рәттән биотехнологияларҙы өйрәнә.

Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең кампусы, өҫтөнлөклө проекттарҙа еңеп сығыу республикабыҙҙың фәнни киләсәге өсөн нигеҙ. Үҙ ҡулдары менән йәшелсә үҫтерергә өйрәнгән уҡыусылар киләсәктә ғалим дәрәжәһенә етеренә, ә һынау лабораторияларындағы культуралар баҫыуҙарҙа сығарылына ышаныс ҙур.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ