Парламент темаһын яҡтыртҡан иң яҡшы журналистар билдәләнде

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа парламент темаһын яҡтыртҡан журналистар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Дипломдарҙы парламент рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

Журналистар конкурсына быйыл 200-гә яҡын эш ҡабул ителгән, еңеүселәр өс номинация буйынса билдәләнгән. «Баҫма матбуғат саралары», «Телевидение һәм радио», «Интернет баҫмалары». Бар эштәрҙе лә ҡарап сыҡҡандан һуң, 13 журналист еңеүсе тип табылған. Бүләкләү тантанаһы йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте. Константин Толкачев журналистарға фиҙаҡәр хеҙмәте, парламент темаһын әүҙем яҡтыртҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Бүләкләнеүселәр үҙ сиратында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенә һорауҙарын бирҙе, теләктәрен еткерҙе. Улар әйтеүенсә, журналистар закондар сығарыу органын халыҡ менән бәйләүсе күпер булып тора, ҡануни документтарҙы ябай тел менән халыҡҡа аңлата. Шул уҡ ваҡытта ҡабул ителәсәк закон проекттары буйынса фекер алышыуҙар ойоштороп кешеләрҙең теләк-тәҡдимдәрен депутаттарға еткерә. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең коллегабыҙ, «Телеүҙәк» тапшырыуы алып барыусыһы Гөлсимә Иштанова ла бар, Гөлсимә Миңлеәхмәт ҡыҙы 1 дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Конкурс еңеүселәре өсөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа экскурсия ла ойошторолдо. Журналистар 30 йыллыҡ юбилейын билдәләгән парламент тарихы менән танышты, ултырыштар залында булды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ