Бөгөн юлаевсылар легионеры быйылғы миҙгелдә 48-се шайбаһын индерҙе. Был гол яҡташтарыбыҙға Новосибирскиҙың «Себер» клубын еңергә ярҙам итте. Иҫәпте икенсе осор башында дәғүәселәр асты. Күп тә үтмәй Ярослав Цулыгин яуап бирҙе, ә 37-се минутта Джошуа Ливо үҙ командаһын алға сығарҙы. Осрашыуға Шелдон Ремпал нөктә ҡуйҙы. Уның буш ҡапҡаға индергән шайбаһы 3-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп юлаевсылар йәнә икенсе урынға күтәрелде. Шәмбе Виктор Козлов тәрбиәләнеселәре даими чемпионаттағы һуңғы уйынын үткәрә. Был көндө улар Ҡаҙағстанда урындағы «Барыҫ» клубы менән көс һынаша. Уйын һөҙөмтәһе буйынса юлаевсыларҙың плей-оффтағы дәғүәсеһе асыҡлана.




