Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Алтын битлек» премияһы номинанты


Ул театр өлкәһендә иң мәртәбәле награда һанала. Жюри ағзалары «Иң яҡшы рәссам» номинацияһына эләккән «Аҡбуҙаттың тылсымлы күле» спектаклен ҡараны. Шулай уҡ баһалама комиссияһы театр бүлектәре менән танышып, уларҙың эшмәкәрлеге юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Мәңгелек тема - яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше. Йәш Һәүбән кешеләргә ҡояшты ҡайтарыу өсөн хәүефле сәйәхәткә юллана. Әммә бының өсөн тәү сиратта Аҡбуҙатты әсирлектән азат итергә һәм Урал батырҙың урланған булат ҡылысын табырға кәрәк. Башҡорт халыҡ эпосы мотивтарына нигеҙләнгән спектакль былтыр сәхнәләштерелгән. Төп геройҙарҙың костюмдары һәм битлектәре айырым атмосфера булдыра. Уларҙы ижад иткән рәссам Наталья Бирюкова әйтеүенсә, сәхнәгә сығарыр алдынан геройҙарҙың образы бер нисә тапҡыр үҙгәртелә.


Геройҙың күңелен, характерын аңларға кәрәк. Был спектаклдә актерҙар пәрҙә артында түгел, ә сәхнәлә костюмдарҙа һәм битлектәрҙә йөрөй. Беҙҙә күптән битлектәр менән ҡуйылған постановкалар булғаны юҡ ине.

Наталья Бирюкова, Ҡурсаҡтар буйынса рәссам

Наталья Бирюкова өсөн был спектакль айырыуса тулҡынландырғыс. Рәссамдың эшен «Алтын битлек» фестиваль-конкурсы һәм милли театр премияһы жюриҙары баһалай. «Аҡбуҙаттың тылсымлы күле» «Иң яҡшы рәссам» номинацияһында ҡатнаша. Делегация постановканы ҡарауҙан тыш, театр, уның цехтары эшмәкәрлеге менән дә танышып сыҡты. Реконструкциянан һуң, ул тыштан да, эстән дә яңырып, заманса интерактив майҙансыҡтар һәм студиялар булған «балалар иленә» әүерелде.


Күптән бында килеп яңыртылған театрҙы ысынбарлыҡта күргем килә ине. Тәьҫораттарым көтөлгәндән дә көслөрәк. Иманым камил - әлеге көндә Рәсәй театрҙары араһында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры техник яҡтан иң замансаһы.

Константин Кириллов, Рязань дәүләт өлкә ҡурсаҡ театры директоры, жюри ағзаһы


 «Алтын битлек» ҡағиҙәләренә ярашлы, беҙ һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәнгә тиклем бер ниндәй ҙә баһа бирә алмайбыҙ. Әммә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының үҙ йолаларына тоғро ҡалған коллективы башҡа конкурсанттар өсөн көслө конкурент булыуы көн кеүек асыҡ.

Светлана Наборщикова, П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының заман музыкаһы кафедраһы профессоры, жюри ағзаһы
БАШКОРТТАР-БСТ

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектакле тәүге тапҡыр мәртәбәле премия номинанты. Әйткәндәй, театрҙың заманса мөмкинлектәрен файҙаланыу өсөн драматург Владимир Аношкин Ғәзим Шафиҡовтың пьесаһын хәҙерге шарттарға яраҡлаштыра. Ҡуйыусы рәссам Светлана Степанова әйтеүенсә, тамашасылар үҙҙәрен ваҡиғалар уртаһында йөрөгән кеүек хис итһен өсөн биш видеопроектор ҡулланыла.

Бынан тыш, ҡурсаҡ театрының «Аҡбуҙаттың тылсымлы күле» һәм «Ал сәскә» спектаклдәре былтырғы ижади миҙгел һөҙөмтәләре буйынса «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 спектакле» дипломына эйә булғайны. Ә «Алтын битлек» премияһына лайыҡ булыусылар июндә Ҡазанда үтәсәк фестивалдә билдәле буласаҡ. Еңеүсе исеме өсөн республика театрҙарында ҡуйылған 4 спектакль көрәшә.

Әлфинә Килдейәрова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ