Ул Совет майҙаны янында, Контроль-иҫәп палатаһының элекке биналарында урынлаша. Музей-күргәҙмәләр үҙәген Радий Хәбиров ҡараны. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, бер нисә экспозиция майҙансығында төрлө күргәҙмәләр ойоштороу мөмкинлеге була. Йәшмә бүлмәһендә паннолар ярҙамында Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте, тәбиғәте һәм иҫтәлекле урындары менән таныштырыу ҡарала. Шулай уҡ башҡорт яугирҙарына, Башҡортостанда табылған ҡиммәтле металдарға, археологик ҡомартҡыларға, республика һынлы сәнғәте һәм скульптураһына, умартасылыҡҡа бағышланған экспозициялар булдырыу ҡаралған.




