Уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 23 хәбәр килгән. 14 муниципаль берәмектә 21 хәл контролдә тотола.
Бөгөн «Дуҫлыҡ» монуметы эргәһендә боҙ тығындары күҙәтелә. Быға бәйле һыу кимәле күтәрелә. Әлеге ваҡытта килеп тыуған проблеманы боҙҙо онтап бөтөрөргә тырышалар. Белгестәр билдәләүенсә, боҙҙоң күпер һәм торлаҡ йорттар янында тығылыуын иҫәпкә алып шартлатыу кеүек ысулдарҙы ҡулланырға ярамай. Биләмәләрҙе һыу баҫыуҙан һаҡлау өсөн Дим, Киров һәм Ленин райондарының уйһыу урындарына ҡом-таш түгелә. Бынан тыш, хәҙер Казарез, Альбатрос, «Йәшел морон» баҡса ширҡәттәренә илткән юдар һыу аҫтында ҡала башлаған.
Архангел районында Инйәр йылғаһында боҙ китеүҙе әүҙемләштереү буйынса эш дауам итә. Мәҫәлән, кисә Аҙау һәм Тәүәкәс ауылдары араһындағы йылға участкаһында шартлау эштәре үткәрелгән. Аҙау ауылында оператив штаб эшләй. Йүрүҙән һәм Әй йылғаларындағы хәл контролдә ҡала. Шулай уҡ КА-32 вертолеты ярҙамында Өршәк, Ағиҙел, Эҫем һәм Инйәр йылғаларында күҙәтеү ойошторолған.



