Шаран районының ҡотҡарыу хеҙмәттәре ташҡынға әҙер


Быға район хакимиәте башлығы ла инанды.Оло һыу алдынан райондың янғын һүнлереү часында техника һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерлеге тикшерелде.Сарала 11 ойошманан 86 вәкил ҡатнашты. Улар 36 берәмек ауыр һәм махсус техника, шулай уҡ 20 берәмектән ашыу ярҙамсы ҡорамалдарҙың техник торошо менән таныштырҙы. Составта булған янғын һүндереү машиналары, кәмәләр һәм юғары үтемле техника торошо яҡшы, һыу һурҙығыстар етерлек. Әлеге ваҡытта районда ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәгән

Комиссия ағзалары авария-тергеҙеү бригадалары, ҡотҡарыу хеҙмәттәре алдында торған аныҡ бурыстарҙы билдәләне. Ҡотҡарыусылар Йәрмәкәй районында урынлашҡан һыуһаҡлағыста ғәҙәттән тыш хәл осрағында оператив хәбәр итеү кәрәклеге хаҡында иҫкәртелде. Бынан тыш ике райондың ташҡынға ҡаршы комиссияһы һәм ҡотҡарыусылар менән үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса күнекмәләр уҙғарыу ҙа күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ