Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамы менән почта бүлексәләре яңыртыла. Уға ярашлы Баймаҡ районы Темәс ауылында Рәсәй Почтаһының яңы модуль бинаһы сафҡа инде.
Темәс почта бүлексәһе яҡын тирәләге күп ауылдарҙы хеҙмәтләндерә. Бөгөн ул тулыһынса заманса стандарттарға яуап бирә. Унда клиенттар өсөн дә, хеҙмәткәрҙәр өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Маркетплейстарҙан заказ буйынса килтерелгән кейемде кейеп ҡарау өсөн кабина, шулай уҡ санузел, яңы мебель, һатыу кәштәләре ҡуйылған. Ишек төбөндә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һәм коляскалы әсәләр өсөн пандустар эшләнгән. Баҫымды һәм температураны үлсәү өсөн медицина приборҙары ла бар.
Тиҙ күтәрелә торған конструкциянан булған почта бүлексәһе бинаһы Баймаҡ районында әлегә беренсе. Темәс ауыл биләмәһе иң ҙуры, тимәк почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә лә эш етәрлек. Әле бында 6 кеше эшләй. Бында гәзит‐журналдарға яҙылыу, уларҙы таратыу хеҙмәттәренән тыш, коммуналь түләүҙәр, хат, посылкалар ҡабул ителә.
4 ай эсендә төҙөлөп, ноябрь айында сафҡа ингән “Рәсәй Почтаһы” бүлексәһенең тирә‐яғын йәшелләндереү, төҙөкләндереү эштәре быйыл дауам итәсәк.
Раушания Рәхимова



