Республика район-ҡалаларында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар үтә


Өфөнөң Еңеү мемориал паркы майҙанында сик буйы ғәскәрҙәренең хәрби-патриотик эстафетаһына старт бирелде. Ул ошо ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән ете Советтар Союзы Геройының тыуған яҡтарын иңләсәйәк. Тантана сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары һәм Вениамин Недошивин исемендәге 37-се мәктәптең кадет класы уҡыусылары ҡатнашлығында үтте. Улар сик буйы ғәскәрҙәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалып, һәләк булған батырҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Эстафета барышында музейҙарға сик буйы ғәскәрҙәре символы төшөрөлгән статуэткалар тапшырыласаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сара ил сигендә хеҙмәт иткән Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған ете яҡташыбыҙҙың тыуған яғында үтәсәк. Хәрби-патриотик сара 8 майҙа республика Хәрби дан музейында тамамлана.

Валерий Петряков, сик буйы ғәскәрҙәре ветераны

Сик буйы ғәскәрҙәренең хәрби-патриотик эстафетаһын тәүгеләрҙән булып Өфө моторҙар эшләү берекмәһе тарихы музейы ҡабул итте. Предприятиеның сараға ҡушылыуы осраҡлы түгел. Сик буйы ғәскәрҙәренән 7 Советтар Союзы Геройының береһе Владимир Черкасов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Рыбинск ҡалаһынан Өфөгә эвакуацияланған заводта эшләгән. Сарала ҡатнашыусылар предприятие тарихы менән яҡындан танышты, коллективта һуғыш йылдарында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе иҫкә алды. Киләһе аҙнала хәрби-патриотик эстафетаны Дәүләкән ҡалаһы дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ