Калининградта башҡорт моңдары. Өлкә филармонияһының Ҙур залында Мәскәүҙең «Дуслык» вокал ансамбле концерты үтте. Уникаль программала Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең халыҡ йырҙары академик эшкәртеүҙә яңғыраны. Хор коллективы башҡорт халыҡ йырҙары менән дә сығыш яһаны.
Мәҙәни кисәнең дирижеры - Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты, «Дуҫлыҡ» вокал ансамбленең художество етәксеһе Хәйҙәр Вәлиев. Ул үҙенең таланты менән тамашасы һөйөүен яулаһа, зал концертмейстер Ирина Нефедова, хормейстер Екатерина Вәлиева менән Жанна Садиҡованың сығышын алҡыштарға күмде. Азамат Әхмәтзадиндың моңло ҡурайы ла Калининград халҡын битараф ҡалдырманы. Вокал коллективы күптән түгел ойошторолһа ла уның нигеҙен профессиональ музыканттар тәшкил итә. Әйткәндәй, уларҙы урындағы «Ҡәрҙәштәр» йәмәғәт мәҙәни ойошмаһы июлдә үтәсәк Балтик һабантуйында ҡатнашырға саҡырҙы.




