Башҡоростан парламентына 30 йыл. Тарихи юбилейға арналған тантаналы йыйылыш бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда үтте. Сарала төбәк парламентының төрлө саҡырылыш депутаттары, сенаторҙар, Дәүләт Думаһы депутттары, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Залға йыйылыусыларҙы Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың Рәсәй төбәктәре араһында иң һөҙөмтәле эшләгән закондар сығарыу органы булыуын билдәләп үтте. Тантаналы йыйылыштан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Батшалар заманында ҡабул ителгән закондар, депутат булып һайланырға хоҡуҡлы кешеләрҙең исемлеге, мосолман фракцияһы ағзалары, уҙған быуат депутаттарының таныҡлыҡ өлгөләре. Башҡортостан Милли архивы менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана ҡануниәт тарихы буйынса бай йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле күргәҙмә әҙерләгән.
Тарихи күҙлектән ҡарағанда 30 йыл күп түгел һымаҡ, әммә башҡарылған эштәр, һөҙөмтә буйынса ҡарағанда был йылдарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан парламенты яңы Рәсәй барлыҡҡа килгән ҡатмарлы осорҙа ойошторола һәм халыҡтың тауышы, уның мәнфәғәттәрен яҡлаусы, демократик үҙгәртеп ҡороуҙар гаранты булып тора, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан парламенты тәүге йылдарҙа Закондар сығарыу һәм Вәкилдәр палатаһынан торһа, һуңынан ул берҙәм системаға күсә, әле 7-се саҡырылыш депутаттары эшләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа һәр осорҙа ла кешеләрҙең тормошон яҡшыртыусы, иҡтисади һәм финанс базаһын нығытырға булышлыҡ итеүсе, социаль өлкәне үҫтереүсе, бай тарихыбыҙҙы һәм күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаусы закондар ҡабул ителә.
Ете саҡырылыш депутаттарының 30 йыл дауамындағы көсөргәнешле эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә булдырылған закондар базаһы республиканың бөтә йүнәлештәр буйынса динамик үҫешен тәьмин итә. Башҡортостан парламенты төбәктең бөгөнгөһөн һәм киләсәген билдәләүсе ҡануни документтар әҙерләү үҙәге булып тора.
30 йыллыҡ юбилейға арналған тантаналы йыйылышта оҙайлы йылдар ҡануниәткә хеҙмәт итеүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев «Халыҡтар Дуҫлығы» орденына лайыҡ булды. Байрам сараһынан һуң депутаттар парламенттың 20-се ултырышын үткәрҙе һәм 30-ға яҡын ҡануни документты тикшерҙе. Улар араһында Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән закон проекттары ла бар, мәҫәлән Рәсәй менән Беларусь республикаһы хеҙмәттәшлеген нығытыу буйынса ҡануни нигеҙ әҙерләү.
Һәр заман депутаттар алдына үҙе бурыс-маҡсаттар ҡуя. Әлеге саҡырылыш махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам, хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып бара. Шулай уҡ алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылауҙар ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай әлеге ваҡытта илдең иң көслө төбәк закондар сығарыу органы булып тора. Башҡортостан Парламенты йыл һайын 200-ҙән ашыу закон ҡабул итә. Ә 30 йыл дауамында 4 меңгә яҡын ҡануни документ әҙерләнгән. Республика ҡануни башланғыстар буйынса ла алдынғы урын биләй, беҙҙең күп проекттар федераль закондар нигеҙенә ята. Йәғни, Башҡортостан парламенты федераль ҡануни системаны камиллаштырыу буйынса ла һөҙөмтәле эш алып бара.
Рәмзиә Кәримова



