Радий Хәбиров «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры Екатерина Мизулина менән осрашты

Яҡтар үҫмерҙәрҙе деструктив контенттан һаҡлау, ялған мәғлүмәткә ҡаршы тороу ысулдары, шулай уҡ һанлы грамоталылыҡты арттырыу буйынса саралар тураһында фекер алышты.

Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ үҫмерҙәрҙең социаль селтәрҙәрҙә популярлыҡ өсөн агрессив ғәмәлдәр башҡарыуын, ҡайһы берҙә хатта экстремистик берләшмәләрҙең йоғонтоһо аҫтында ҡалыуын күрәбеҙ. Шуға ла онлайн-мөхиттә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эште көсәйтеү мөһим. «Хәүефһеҙ интернет Лигаһы» ның быға ярҙам итергә әҙер булыуына бик шатмын, - тип билдәләне Башҡортостан башлығы. Екатерина Мизулина, үҙ сиратында, интернет хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн йәштәр менән йышыраҡ аралашырға кәрәклеге тураһында әйтте. Был уларҙы борсоған темаларҙы һәм мәсьәләләрҙе яҡшыраҡ аңларға мөмкинлек бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ