Бөгөн Өфөнөң «Дуҫлыҡ» монуметы тәңгәлендә боҙ тығылды. Ҡотҡарыусыларҙың иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, яҙғы ташҡынды күҙәтергә яр буйына йөҙҙәрсә халыҡ йыйылды.
Һыу кимәле күтәрелеүгә бәйле йылғаның өҫкө өлөшөндә урынлашҡан йорттарға хәүеф янай. Өҫтәүенә, белгестәр боҙҙоң күпер һәм торлаҡ йорттар янында тығылыуын иҫәпкә алып шартлатыу эшен башҡармаҫҡа ҡарар итте. Проблеманы хәл итеүгә аэрокәмә йәлеп ителде. Уның ярҙамында хеҙмәткәрҙәр боҙҙо онтау менөн шөғөлләнгән. Һуңғы мәғлүмәткә ярашлы, тәүлек эсендә Ағиҙел йылғаһының кимәле 143 сантиметрға артҡан. Әлеге ваҡытта боҙ ҡуҙғалған. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге өсөн Ағиҙел йылғаһында яҙғы боҙ китеүгә бәйле саралар индерелгән. Сочи урамынан Ағиҙел күпере аҫтындағы үткәүелгә тиклемге Яр буйы урамы участкаһыһы төн уртаһына тиклем ябылған. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын маршруттарҙы алдан планлаштырырға тәҡдим ителде.
Уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 23 хәбәр килгән. 14 муниципаль берәмектә 21 хәл контролдә тотола. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәлде оператив баһалау маҡсатында КА-32 вертолетында республиканың төньяҡ-көнсығыш биләмәһен урап сыҡты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 мартта Инйәр йылғаһы ҡапыл күтәрелеүе һөҙөмтәһендә Архангел районы Аҙау ауылында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Ташҡынға ҡаршы көрәшкә 75 кеше, 35 берәмек техника йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта һыу аҫтында ҡалған биләмәләрҙә уның кимәле 1 метрға кәмегән.



