«Өҫтөнлөк – 2030»: Башҡортостан университеттары фәнде яңы кимәлгә күтәрә


Фәнни асыштарға яңы мөмкинлектәр. Өфө фән һәм технологиялар, Өфө дәүләт нефть техник университеттары уҡыу-уҡытыу программалары менән бергә, илдең иҡтисади ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Юғары уҡыу йорто базаларында махсус майҙансыҡтар асыуға ла өлгәшә. «Өҫтөнлөк - 2030» федераль проектында ҡатнашыу университеттарҙың даирәләрен тағы ла киңәйтер тип көтөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Был ниндәйҙер сәнәғәт заводы цехы түгел, ә юғары уҡыу йортоноң уҡыу-уҡытыу майҙансығы. Шулай уҡ ҡеүәтле предприятиеларҙан бер ҙә ҡайтыш түгел. Бында белгестәр техник фәндәрҙә донъяуи асыш яһай. Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Алмаз Назаров улар иҫәбендә.

Өфө фән һәм технологиялар университетының «Өҫтөнлөк - 2030» федераль проектына инеүе даирәләрҙе тағы ла киңәйтәсәк. Бындай мөмкинлекте республиканың тағы өс юғары йорто файҙалана ала. Был яңылыҡ ВУЗ-дарға үҙ проекттарын яҡлап, ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә этәргес һәм яҡшы федераль финанстар бирер тип көтөлә.

Федераль проект фән өлкәһендә етди аҙымдар яһауға мөмкинлек бирә. Өфө дәүләт нефть техник университетында етештерелгән роботтар мәҫәлән, башҡортса ла һөйләшә. Ул ике йыл элек «Өҫтөнлөк - 2030» программаһы буйынса һатып алынған. Студент-аспиранттар өсөн роботехника өлкәһен өйрәнеүгә бер тәжрибәле майҙансыҡ булып тора. Әйткәндәй, лабораторияла роботтар йыйыу менән балалар ҙа шөғөлләнә. Улар өсөн айырым дәрестәре ойошторолған.

Ғөмүмән, Башҡортостандың хәҙерге юғары уҡыу йорттары иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына кадрҙар әҙерләп кенә ҡалмай, фәнни-технологик прогресс үҙәген дә тәшкил итә. Университеттар төбәктең һәм илдең алдынғы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек өлкәһендә, үҙ эшләнмәләрен производствоға индереү өҫтөндә әүҙем эшләй. Улар иҡтисадтың реаль секторын үҫтереп, юғары мәктәптең бөгөн инновация үҫешендә төп ролде уйнауын билдәләй.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ