Һөт кухняһы: сифатлы продукция һәм социаль ярҙам


2019 йылдан алып республикала йәшәгән 100 меңдән ашыу кеше «Һөт кухняһы» продукцияһы менән бушлай тәьмин ителгән. Быйыл ярҙам алыусылар исемлеге махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләре иҫәбенә тағы ла мең ярымға тулылана. Төбәктә һөт ризыҡтарын таратыу буйынса 132 пункт булдырылған. Халыҡ һорауы буйынса уларҙың бер өлөшө сауҙа үҙәктәре, дарыухана, поликлиникаларҙа ойошторолған, шулай уҡ райондарҙа мобиль таратыу пункттары ла уңышлы эшләй. «Һөт кухняһы» мөмкинлектәрен БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште.

2019 йылда Төбәк башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала Һөт кухнялары тергеҙелә башлағайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөт продукцияһын етештереү буйынса ете комплекс төҙөлдө, йөҙҙән ашыу таратыу пункты асылды. Бөгөн сифатлы продукцияны республика ҡалаларында урынлашҡан 8 сауҙа үҙәгенә килеп тә алырға мөмкин, халыҡ өсөн күпкә уңайлыраҡ.

Һөт продукцияһын таратыу буйынса айырым көндәр билдәләнгән. Ярҙам алыусылар исемлегендә йөклө ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балалар, опекала булғандар ҙа бар. Шулай уҡ һөт ризыҡтарын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә ала.

«Һөт кухняһы»ның производство майҙансыҡтарында тәүлегенә 25 тонна һөт эшкәртелә. Таратыу пункттары селтәрен киңәйтеү ҡаралған. Әйтәйек, сауҙа үҙәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыла, тиҙҙән ошондай тағы ла өс пункт асыу планлаштрылған. Бынан тыш, һөт ризыҡтарын махсуслаштырылған дүрт автомобиль менән таратыу ҙа ойошторолған.

«Һөт кухняһы» продукцияһы менән ҡулланыусылар йылдан-йыл арта ғына, быйыл исемлеккә махсус хәрби операция ветерандарының ғаиләләре өҫтәлә. Әйткәйндәй, документтарҙы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы һәм күп функциялы үҙәктәрҙең электрон сервистары аша тапшырырға була. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына «Һөт кухняһы» селтәрен үҫтереү буйынса аныҡ план әҙерләргә ҡушты.

«Һөт кухняһы» ойошмаһы Башҡорт дәүләт аграр университеты менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, берҙәм проекттар тормошҡа ашыра.

Былтыр компанияла етештерелгән эремсек «Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары» лауреаты булды, шулай уҡ һөт продукцияһы «Беҙҙең бренд» конкурсында ла юғары баһаланған. Ә иң мөһиме етештерелгән ризыҡтар сәләмәтлек өсөн дә файҙалы.

«Һөт кухняһы» ойошмаһы бюджеттан тыш эшмәкәрлекте үҫтереүгә лә иғтибар бүлә. Былтыр июндән алып өлкәндәр өсөн продукция етештереү майҙансығы асылған. Яңы йүнәлеште үҙләштереү маҡсатында Октябрьскийҙағы филиалда күләмле яңыртыу эштәре башҡарылған.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ